Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
6 Марта 2020, 07:50
Геройҙар исемен йөрөтәсәк
Республиканың 75 мәктәбенә Советтар Союзы Геройҙарының исемдәре бирелә.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, саралар «Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Хөрмәт итәбеҙ!» йәштәр-илһөйәрлек акцияһы барашында уҙғарыла.
«Был идеяны Артур Әхмәтханов тәҡдим иткәйне. Беҙ уны хөрмәтләп иҫкә алып, акцияны тормошҡа ашырырбыҙ», — тине йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов коллегияның киңәйтелгән ултырышында.
Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгән йылда 8 майға фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл асыу күҙаллана. 9 майҙа Өфөлә тантаналы парад, «Үлемһеҙ полк» акцияһы, «Ватан» этнопаркында концерт һәм байрам салюты була.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
http://www.bashinform.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"