Дим буйҙары
+21 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
7 Марта 2020, 15:30
Сәс ниңә ағара?
Ҡайһы берәүҙәрҙең сәсе бик иртә ағара башлай. Был, әлбиттә, ҡыйынһыныу тыуҙыра. Йәп-йәш көйө сәсең ағарһын әле. Уны гел генә буяп та йөрөгө килмәй бит әле. Сәс нилектән ағара? Уны берәй нисек туҡтатып булмаймы икән?
Табиптар әйтеүенсә, әгәр ҙә сәстәр ваҡытынан алда, ниндәйҙер тышҡы факторҙар йоғонтоһонда ағара башлаһа, уны туҡтатып була. Сәстең иртә ағарыуының төп сәбәбе организмда витаминдар һәи микроэлементтарҙың етешмәүенән булыуы ихтимал. Шуға күрә туҡланыу рационына минералдарға һәм витаминдарға бай аҙыҡ-түлекте индерергә кәрәк. Айырыуса цинк һәм селен ҡушылған витаминдар яҡшы. Тик тиҙ генә һөҙөмтә булыр тип, өмөтләнергә ярамай. Яңы сәстәр үҫә башлағас ҡына дауаланыуҙың һөҙөмтәһен күрергә мөмкин, ә инде ағарғаны төҫөн үҙгәртмәйәсәк. Статистика күрһәтеүенсә, бындай осраҡтарҙың 30 процентында ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.
ural-rb.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"