Гангрена башланыу ҡурҡынысы янағас, уның ҡулын ҡырҡҡандар, аяғына операция яһағандар, табиптар хәҙер таз һөйәгенә операция яһарға әҙерләнә. Бәхетһеҙ осраҡтың сәбәптәрен асыҡлау буйынса тәфтиш эше бара.
Яҡташыбыҙҙың хәле Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың контролендә. Республика табиптары Ханты-Манси автономиялы округындағы хеҙмәттәштәре менән даими бәйләнештә. Рәмил Нефтеюганск ҡалаһында дауаланасаҡ, сөнки алыҫ юлдың уның һаулығына кире йоғонто яһауы бар, ти белгестәр.
“Инсафетдиновтар ғаиләһендә биш бала үҫә, өлкәненә - 14, иң кесеһенә дүрт кенә йәш. Ҡатыны һәм әсәһе Рәмилде ҡарарға Нефтеюганскиға юлланғас, дүрт бала ваҡытлыса социаль приютҡа урынлаштырылды, улар мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөй. Тыумыштан һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән иң кесеһе - өләсәһе ҡулында. Ғаиләгә юридик һәм матди ярҙам күрһәтелә. Хәл муниципаль район хакимиәте башлығының даими контролендә”, - тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығына Баҡалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фәрит Хәйбрахманов.
Яҡташыбыҙҙың хәлен табиптар тотороҡло тип баһалай.
Күп балалы ғаилә башлығының тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ.