Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
9 Марта 2020, 13:40
Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары бәйгегә сыға
12-13 марта Өфөлә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсының - “Рәсәй мөмкинлектәр иле” Президент платформаһы проекты һәм Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының дөйөм милләт берлеге проекты - республика ярым финалы үткәрелә. Бында Рәсәйҙән йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша.
Сарала ҡатнашыусылар туризм өлкәһендә үҙ проекттарын тәҡдим итәсәк. Бында танылған рестораторҙар, отельерҙар һәм идарасылар остаздары проектты тормошҡа ашырыу өсөн гранттар, белем биреү сертификаттары һәм алдынғы туристик компанияларҙа эшләү өсөн көс һынашасаҡ. Шулай уҡ саҡырылған эксперттар менән ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы буйынса уҡытыу ҙа ойошторола.
Программала – флешмобтар, интеллектуаль уйындар, иҫтәлекле урындар буйынса экскурсиялар, “Оҫталар көрәше”, хатта журналистар өсөн дә ярыштар үткәреү ҡаралған. Сара “Crown Plaza” отелендә ойошторола.
Конкурста тәҡдим ителгән иң яҡшы проекттар ярҙам аласаҡ һәм Рәсәй төбәктәрендә бойомға ашырыласаҡ. Бәйге ноябрҙә башланып, бөтә Рәсәй буйынса дауам итә. Ҡатнашыу өсөн 20935 ғариза килгән. Апрелгә тиклем илдең туғыҙ төбәгендә ярым финалдар уҙғарыла. Бында еңеүселәр апрелдә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” форумы сиктәрендә финал ярыштарында 50 призлы урын өсөн көрәшә. Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифт” федераль проекты даирәһендә ойошторола.
Фото:
rb7.ru
#миллипроекттар#төбәкпроекттары
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"