Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2020, 12:59

Путин, Трамп һәм Меркель иртән нимә ашайҙар?

Европа медицина институты эксперттары сәйәсәтселәрҙең рационы тураһында һөйләгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың, АКШ лидеры Дональд Трамптың һәм Германия канцлеры Ангела Меркелдың, шулай уҡ Испания премьер-министры Педро Санчестың иртән нимә ашауы билдәле булған.
Владимир Путин ғәҙәттә һимеҙ булмаған ит, майлы һәм майһыҙ сортлы балыҡ, йәшелсә-емештәр, бутҡа һәм йомортҡа менән туҡлана. Президенттың рационында яҡшы эшкәртелгән ризыҡтар юҡ. Иртәнге ашы, ҡағиҙә булараҡ, сей бүҙәнә йомортҡаһынан йәки ябай йомортҡа тәбәһенән, еләк-емештәрҙән, Алтай балы ҡушылған ҡарабойҙай бутҡаһынан тора.
Президенттың киске ашы ла еңелсә генә – башлыса һөт һәм һөт ризыҡтары. Яҡшы формала булырға Путинға спорт – йөҙөү, көрәш менән мауығыу, саңғыла йөрөү, хоккей ярҙам итә, тип хәбәр итә El Confidencial.
АКШ президенты фаст-фуд ярата, тиҙәр: гамбургерҙар, сэндвичтар, бекон, соус, пицца, ҡамыр ризыҡтары.
Ангела ханым бәрәңге иҙмәһе һәм сосискаларға, сырлы фондюға һәм һыраға өҫтөнлөк бирә.
Испания премьер-министры Педро Санчес йәшелсә-емештәр, салаттар, ит, балыҡ ярата. Санчес әфәнде күп һыу эсә, аҙнаһына өс тапҡыр спорт менән шөғөлләнә.
Читайте нас: