Хәҙер «АгроКомплекс» ауыл хужалығы өлкәһе, власть органдары, фән һәм бизнес араһында һөҙөмтәле диалог өсөн ҡеүәтле платформа булып тора. Уны БР Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы ойоштора, РФ Ауыл хужалығы министрлығы ярҙам итә.
Ике сарала 350-нән ашыу компания ҡатнашасаҡ. Улар Рәсәйҙең 30 төбәгенән, донъяның 14 иленән киләсәк. Чехия Республикаһы, Австрия менән Молдавияның коллектив экспозицияһы ойоштороласаҡ. Башҡортостан агросәнәғәт комплексы форумсыларҙың 46 процентын тәшкил итәсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт https://www.agrobvk.ru/ сайтында.
Сараларҙа ҡатнашыу өсөн теркәлеү һылтанмаһы: www.agrobvk.ru/o-forume/registratsiya
Фото: Т.Аманов