Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Март 2020, 17:10

Ниндәй райондарға һыу баҫыу ҡурҡынысы янай?

Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек эше башланды. Синоптиктар белдереүенсә, март аҙағында һыу ҡалҡыуы кѳтѳлә. Ҙур һыуға ҡаршы кѳрәшкә республика ете миллион һум аҡса бүлгән.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, боҙ тығындары барлыҡҡа килеү ихтималы булған урындарҙы шартлатыу ѳсѳн ете команда әҙерләнгән. Бындай участкалар һаны республикала 31 иҫәпләнә: Архангел, Белорет, Бѳрѳ, Благовещен, Бѳрйән, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Салауат, Стәрлебаш, Учалы, Саҡмағош һәм Шишмә райондарында, шулай уҡ Октябрьский, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында.

Әлегә 257 тораҡ пункты һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал, уларҙа 80 мең кеше йәшәй. Шулай биш иҡтисад объектының һәм социаль әһәмиәткә эйә бер объекттың ташҡындан зыян күреүе ихтимал. Әле был исемлеккә ингән тораҡ пункттарында һәм объекттарҙа әҙерлек эштәре алып барыла. Ҡотҡарыусылар тѳркѳмѳ тѳҙѳлгән, унда 12 мең хеҙмәткәр инә, шулай уҡ 3,1 мең берәмек техника һәм 124 йѳҙѳү ҡорамалы әҙерләнгән.

Ташҡын мәлендә үҙеңде нисек тоторға? Бында һеҙгә тәҡдим ителгән хәтер дәфтәре ярҙам итер.

Фото: Ufaved.info
Читайте нас в