Ғаризала пенсия алдындағы йәшегеҙҙе раҫлаған документтың реквизиттарын күрһәтергә онотмағыҙ. Был – Пенсия фонды биргән хаҡлы ялға сығыу алдындағы йәшегеҙҙе раҫлаған белешмә. Уның өсөн Рәсәй Пенсия фондының йәшәү урыны буйынса бүлексәһенә, эш урынында йәки күп фунциялы үҙәккә шәхсән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең
www.pfrf.ru сайтында ла электрон төр мәғлүмәт алырға була.