Дим буйҙары
+22 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
11 Марта 2020, 16:35
Радий Хәбиров шифахана-курорт ойошмаларын үҫтереү буйынса эш төркөмө булдырҙы
Радий Хәбиров шифахана-курорт ойошмаларын үҫтереү буйынса эш төркөмөн булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был турала ул хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Был турала ул хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Эш төркөмө етәксеһе – республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов. «Ни өсөн быны эшләйбеҙ? Башҡортостан шифаханалары – ҡеүәтле һауыҡтырыу учреждениелары комплексы, илдә иң мөһимдәренең береһе. Хәлде тикшергәс, республиканың рекреацион ҡеүәтенә дәүләт идараһын юғалта барыуыбыҙҙы аңланыҡ, — тине республика етәксеһе. — Шөғөлләнергә кәрәк булған төп проблема: күптәр барырға теләй, ләкин юлламаларҙың ҡиммәтлеге кешеләргә тейешенсә дауаланырға мөмкинлек бирмәй. Юллама хаҡын түләй алмаған кешеләр һауыҡтырыу хеҙмәттәре менән файҙалана алһын өсөн махсус механизм уйларға кәрәк», — тип йөкләмә бирҙе Радий Хәбиров эш төркөмөнә. Билдәле булыуынса, төркөм, юлламалар һатыуҙы һәм хаҡ ҡуйыуҙы контролдә тотоп, аҙна һайын эшләргә тейеш.
фото/
Pixabay
http://www.bashinform.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"