Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2020, 18:12

Барыһы ла яҡшы буласаҡ!!! (хикмәтле хикәйәт)

Борон бер батшаның “Бөтәһе лә яҡшы! Был хәл тик яҡшыға ғына!” - тип ҡабатларға яратҡан вәзире булған, ти.

Улар бер ваҡыт һунарҙа йөрөгәндә батша үҙенең бармағын өҙә атҡан. Вәзир һәр ваҡыттағыса: “Бөтәһе лә яҡшы! Был хәл тик яҡшыға!” – тип әйтеп ҡуйған. Асыуы килгән батша уны төрмәгә яптырған. Сираттағы һунар мәлендә батшаны ҡырағай кешеләр әсирлеккә алған. Бына уны баҙрап торған усаҡ өҫтөндә ҡурырға йыйынғанда, кеше ашаусылар тотҡондоң бер бармағы юҡлығын күреп ҡалған. Баҡһаң, зәғиф әҙәмде ашау уларҙың хөрәфәте буйынса харам һанала икән. Шуға батшаны иреккә ебәргәндәр. Ҡайтып барышлай, ул, аҡыллы вәзирен иҫенә төшөрөп, һәр ваҡыттағыса хаҡлы булды бит теге, тип уйлаған. Тоғро хеҙмәтсеһен төрмәнән азат итеп, ғәфү итеүен һорағас, уныһы йәнә: “Бөтәһе лә яҡшы! Был хәл дә тик яҡшыға!” – тип әйтеп ҡуйған. "Төрмәлә ултырыуҙың нимәһе яҡшы инде?” – тип аптыраған батша. “Әгәр төрмәгә ултыртмаған булһаң, һунарҙа яныңда булыр инем һәм ҡырағайҙар мине мотлаҡ ашар ине. Шулай булғас, был хәл яҡшыға булған бит!” – тигән вәзир.
Ысынлап та, ниндәй генә хәлдәр булмаһын һәм улар ни тиклем насар, өмөтһөҙ тойолмаһын, ахыр сиктә, барыһы ла яҡшыға, үҫешкә алып килә – йәшәйештең иң мөһим асылдарының береһе шундай.
Рәхилә Мусина яҙмаларынан.

«ТЕЛЕ-тирмә». БСТ. төркөмөнән.
Читайте нас: