Мобиль ФАП ПАЗ автобустары базаһында урынлашҡан күсмә медицина дауалау-диагностика комплексы, ул заманса медицина йыһаздары hәм кисектергеһеҙ, шул иҫәптән ашығыс акушерлыҡ ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле барлыҡ әйбер менән йыһазландырылған. Мобиль ФАП-тың өҫтөнлөгө шунда, балаларҙы hәм өлкәндәрҙе ҡарарға, медицина манипуляцияһын машинала, конкрет ауыл биләмәһенең шарттары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, үткәрергә була.