Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығында умартасылыҡты көйләү һәм үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә булды. Төбәктәрҙәге аграр ведомстволар, тармаҡ союздары һәм ойошмалары етәкселәре, эшҡыуарҙар ҡатнашлығындағы сарала умартасыларҙың берҙәм реестрын төҙөү тураһында һүҙ барҙы. Күҙалланыуынса, реестр ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, умарталыҡтарҙың паспорты, уларҙың урынлашҡан ере хаҡындағы мәғлүмәтте үҙ эсенә аласаҡ.
Кәңәшмәлә шулай уҡ бал ҡорттарының пестицидтар менән ағыуланыуын иҫкәртеү, үҫемлектәрҙе һеркәләндереү ҡағиҙәләрен үтәү, сәнәғәт умартасылығын үҫтереү һәм етештергән продукцияны сауҙа селтәренә сығарыу тураһында һөйләштеләр.
Әле бал ҡорто күстәренең 94 проценты шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа тупланған. Бал етештереү буйынса алдынғы төбәктәр – Башҡортостан, Приморье һәм Алтай крайҙары.