Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2020, 15:50

Уңыштар юлдаш булһын!

10 мартта башланған “Йыл уҡытыусыһы – 2020” төбәк-ара конкурсында республиканан ғына түгел, күрше Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән килгән педагогтар эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, фекер алыша, үҙ-ара һөнәри оҫталыҡҡа көс һынаша, ҡыҫҡаһы, 56 уҡытыусы еңеүсе исеменә дәғүә итә. Әйтергә кәрәк, быйыл ул 30-сы тапҡыр үткәрелә.

Билдәле булыуынса, был конкурс менән бер рәттән төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” һәм “Йәш йыл уҡытыусыһы” ла уҙғарыла.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020” бәйгеһенә килгәндә, беҙҙең Бишбүләк районы данын Ҡаныҡай дөйөм урта белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы, һәр яҡлап әүҙем эшмәкәрлек алып барған Фәриҙә Рәис ҡыҙы Әхмәтшина яҡлай. Барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеүен теләйек уға, Хоҙай тел асҡыстары бирһен!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2020» төбәк-ара конкурсының беренсе турында Фәриҙә Рәис ҡыҙы башҡорт милли кейемдәрен презентациялауҙа уңышлы сығыш яһаны. Бәйгенең был этабы шуның менән әһәмиәтле: бында һәр конкурсант үҙе йәшәгән төбәккә генә хас булған милли кейемде тәҡдим итеп, костюмдағы төрлө орнаменттарҙың, төҫтәр бирелешенең мәғәнәһен аңлатып, уҡытыусы эшмәкәрлегендә милли кейемдәрҙе ҡулланыу, улар аша телгә, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү үҙенсәлектәрен һөйләне. Фәриҙә Рәмил ҡыҙы иһә һуңғы осорҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған милли кейемдең сағыу элементы - һаҡал тураһында бәйән итте.
Тәүге көн ошондай күркәм сара менән башланып китһә, икенсе көн бәйгеселәр өсөн тығыҙ эш көнө булараҡ үткән: бүтән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары кеүек үк, Фәриҙә Рәмил ҡыҙы ла Өфө ҡалаһының 158-се гимназияһында асыҡ дәрес күрһәткән. Ул “Исем.Ҡылым” темаһын һайлаған. Алдағы көндә конкурсанттарҙы "Дәрестән тыш сара", "Оҫталыҡ класы", "Асыҡ лекция", "Мәғариф проекты", "Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле" кеүек педагогик оҫталыҡ талап иткән ҡыҙыҡлы ижади конкурс этаптары көтә. Бәйгеселәребеҙгә ныҡышмалылыҡ, ярыш сәме, ижади ҡомар, ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас: