Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Март 2020, 13:22

Сыйырсығым-ҡошсоғом килде лә инде...

Март айы ғына булыуға ҡарамаҫтан, тирә-йүндә яҙ һулышы һиҙелә.

Сағыу ҡояш һәм йылы елдән ҡар күҙгә күренеп селтәрләнә, тау битләүҙәре лә ала-тиләгә әйләнә бара. Яҙ килеүен ҡоштарға ҡарап белерһең тигәндәй, ҡара ҡарғалар артынса сыйырсыҡтар ҙа килеп етте.
"Сыйырсыҡ диңгеҙ артына китһә лә, тыуған ояһына ҡайта", тигән һүҙ бар халыҡта. Эйе, нисәмә саҡрымдар үтеп, тыуған ерҙәренә ҡайтҡан ҡоштарҙың талпынып-тылпынып һайлауҙарын тыңлауы - үҙе бер кинәнес.
Һеҙ беләһеҙме?
  1. Был ҡоштар көнөнә 300-350 тапҡыр бөҗәк алып ҡайта. Шулай итеп тәбиғәтте зарарлы бөжәктәрҙән таҙарта.
  2. Башта ата сыйырсыҡ килә. Ул бик матур итеп һайрай, әммә уның йыры моңһоуыраҡ була. Ә инде инә сыйырсыҡ ҡайтҡас, улар бергәләшеп илһамланып һайрай башлайҙар.
  3. Сыйырсыҡ хатта башҡа ҡош булып та йырлай ала. Сыйырсыҡ һайрауында ҡарға тауышын да, ҡарлуғас сырылдауын, ҡолон кешнәүен һ.б. тауыштарҙы ла ишетергә мөмкин.
  4. Улар ағас ҡыуышлыҡтарында, түбә аҫтындағы урындарҙа, яр ҡарлуғасы ояларында йәшәйҙәр. Ә инде кешеләр яһап элгән оялар булһа – быныһы бигерәк тә шатландыра үҙҙәрен.
  5. Инә сыйырсыҡ зәңгәрһыу йомортҡа һала. Сыйырсыҡ балаларының ауыҙҙары ҙур, суҡыш ситтәре һары төҫтә була. Ҡараңғы ояла уларҙы ата-әсәһе шул һары суҡыштарынан таба. Был осорҙа сыйырсыҡ концерттары туҡтап тора, сөнки уларҙың балаларын ашатаһылары бар.
  6. Ғалимдар күҙәтеүенсә, сыйырсыҡтар балаларына һәр ике минут һайын ем ташый икән.
  7. Осоп барыусы сыйырсыҡ көтөүе үҙенең ойошҡалығы менән күптәрҙе ғәжәпләндерә. Көтөү эсендәге меңләгән сыйырсыҡ барыһы бер юлы хәрәкәтләнә, мәтәлсек атып осош хәрәкәттәрен үҙгәртә. Әлеге ҡошларҙың бындай берҙәм хәрәкәт тыуҙыра алыуын бер ғалимдың да аңлата алғаны юҡ.
  8. Сыйырсыҡтар бер нисә төрлө була: брамин сыйырсығы, ҡыҙыл суҡышлы сыйырсыҡ, ябай сыйырсыҡ, ала сыйырсыҡ, ал сыйырсыҡ, һоро башлы сыйырсыҡ һ.б.
  9. Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
    Автор фотоһы.
    Читайте нас: