Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март 2020, 20:20

Мәктәптәр ябылырмы?

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә коронавирусты республикала таратмау буйынса бойороҡҡа ҡул ҡуйылды. Рәсәй Мәғариф министрлығы бөтә төбәктәргә лә ваҡытлыса белем биреүҙе дистанцион формаға күсерергә тәҡдим иткәйне. Башҡортостанда был йәһәттән хәлдәр нисек?

– Әлегә дистанцион белем алыуға күсеү тураһында ҡарар ҡабул итмәйбеҙ. Республиканың Мәғариф һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарына был осраҡта файҙалы тәҡдимдәр әҙерләүҙе һорайым, – тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров белдереүенсә, әлегә республикала коронавирус менән сирләгән кеше юҡ. Шуға күрә балалар был аҙнала мәктәптә уҡый. Киләһе аҙнанан ете көнлөк каникулдар башлана. Хәлдәргә ҡарап, бәлки каникулдар оҙайтылыр.

Фото Интернеттан.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Читайте нас в