Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март 2020, 09:35

“Мине туғандарым янына ҡайтарыуығыҙҙы һорайым!”

Рәсәй Президенты В.В.Путинға ошондай һүҙҙәр менән хат яҙыусы Мәскәү балалар йортонда тәрбиәләнеүсе малай, ниһайәт, ял көндәрен туғандары менән уҙғарасаҡ.

. Был турала балалар хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле Ольга Ярославль хәбәр итте.
Малайҙың ата-әсәһе күптән үлгән, уны опекунға алған өләсәһе оло йәштә. Шуға күрә ул балалар йортонда тәрбиәләнә. Малайҙың мөрәжәғәтенән һуң, ил башлығы был мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙе һорағас, тәрбиәләнеүсенең яҡын туғанына уны ял көндәрендә алып ҡайтырға рөхсәт ителгән.
Ольга Ярославль белдереүенсә, малай яҡшы уҡый, бар сарала актив ҡатнаша. Бигерәк тә тарих фәне менән ҡыҙыҡһына. Киләсәктә һайлаясаҡ һөнәрен тап ошо фән менән бәйләргә теләй.
Малай иң ҙур хыялын тормошҡа ашырырға булышлыҡ иткәне өсөн Рәсәй президенты В.В.Путинға рәхмәтен белдерә.
#ВладимирПутин

Читайте нас: