Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2020, 17:10

Мейегә фаҙаһы ҙур

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, баш мейеһе көндөҙгө йоҡонан һуң тағы ла нығыраҡ эшләй башлай, сөнки ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн яуаплы бүлектәре лә эшкә ҡушыла.

Яңы көс менән ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тотоноу өсөн 15 минут серем итеп алыу ҙа етә.
Көндөҙгө ял баш мейеһен кәрәкмәгән мәғлүмәттән таҙартыу өсөн дә кәрәк. Белгестәр арыған баш мейеһен тулы почта йәшниге менән сағыштыра. Ул да, урын булмау сәбәпле, башҡа мәғлүмәтте ҡабул итергә әҙер түгел. Америка физиологы Сара Медник фекеренсә, көндөҙгө йоҡо күреү һәләтенә лә ыңғай тәьҫир итә. Уның әйтеүенсә, иртәнсәк кешенең күреү реакцияһы 10 миллисекунд тәшкил итһә, кискеһен 40 миллисекундҡа тиклем төшә. Ә көндөҙ серем итеп алыусыларҙа кискеһен дә иртәнге кимәлдә ҡала. Көндөҙ йоҡо, гормондар кимәлен көйләп, стрестарҙан арындыра. Кешенең һиҙгерлеге, иғтибарлығы көсәйә. Иҡтисади үҫешкән илдәрҙә, мәҫәлән, күп кенә фирмаларҙа һәм предприятиеларҙа көндөҙ өҫтәмә тәнәфес булдырылған. Серем итеп алыу өсөн мотлаҡ ятырға тимәгән, уңайлы итеп ултырып та күҙ йомоп алырға була.
Читайте нас в