Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март 2020, 13:20

27 март- Халыҡ-ара театр көнө

XIX быуатта Башҡортостанда бары тик үҙешмәкәр театрҙар ғына була.

Тәүге профессональ театр – башҡорт драма театры 1919 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй башлай, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында урынлашҡан М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тип атала.
Башҡортостанда барлығы 12 дәүләт театры бар. 6 театр Өфө ҡалаһында эшләй: 1 музыка театры – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 4 драма – М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Рус дәүләт академия драма театры, "Нур" Өфө дәүләт татар театры, Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры, 1 ҡурсаҡ театры
Башҡа театрҙар икенсе ҡалаларҙа урынлашҡан: А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры, Салауат дәүләт башҡорт драма театры, Стәрлетамаҡ ҡалаһының рус дәүләт драма театры, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры, "Сулпан" Сибай дәүләт башҡорт балалар театры һәм Туймазы дәүләт татар драма театры.
"Башҡортостандың мәҙәни тормошо"нан алынды.
Читайте нас: