22 апрелдәге Конституцияға индереләсәк төҙәтмәләр буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөн күсерергә; 30 марттан 3 апрелгә тиклем эшләмәй торған аҙна (эш хаҡын һаҡлап) тип иғлан итергә, был барлыҡ кимәлдәге дәүләт власы органдарына, тормошто тәьмин иткән структураларға ҡағылмай; алдағы ярты йылға граждандарға өҫтәмә белешмәләрһеҙ барлыҡ социаль түләүҙәрҙе һәм льготаларҙы автоматик рәүештә оҙайтырға; Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата апрелдә үк ветерандарға һәм тыл эшсәндәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙе бирергә; әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләргә өс йәшкә тиклемге һәр балаға өҫтәмә рәүештә ай һайын бишәр мең һум түләргә, өс йәштән ете йәшкәсә балаларға яңы түләүҙәрҙе алыуҙы тиҙләтергә; больничный түләү нормаһы айына бер МРОТ-тан кәм булмаҫҡа тейеш; эшһеҙлек буйынса пособиены айына МРОТ кимәленә тиклем, йәғни, 12130 һумға тиклем арттырырға; килеме 30 процентҡа кәмегән граждандарға ипотека һәм кредит түләүҙәрҙә каникул биреләсәк; кесе һәм урта бизнес өсөн киләһе алты айға һалым буйынса түләүҙәр кисектереләсәк (НДС-тан башҡа) һәм иҡтисадҡа ярҙам итеү өсөн башҡа ашығыс саралар күрергә. - Әгәр беҙ берҙәм булһаҡ, был хәлдең ауырлығын аңлаһаҡ, дәүләт, йәмғиәт, граждандар бергә эш итһәк, әгәр һәр беребеҙгә бәйле булған бөтә нәмәне эшләһәк, башҡарылған барлыҡ саралар ҙа һөҙөмтә бирәсәк, - тип белдерҙе Президент.