3 йомортҡа3 аш ҡалағы һөт1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомосәй ҡалағы осонда ғына тоҙсемтем генә сода2 стакан он.Йомортҡаға һөт, шәкәр ҡомо, тоҙ ҡушып венчик менән күпертеп алғандан һуң теүәл ике стакан он ҡушып ҡамыр баҫтым, онға семтем генә сода ҡушылған булырға тейеш. Өҫтөн ҡаплап бер-аҙ ваҡыт ҡуйып торҙом. Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп һалмаға йәйгән кеүек йәйеп ситтәрен семәрләп 3-4 см яҫылыҡтағы таҫмаларға киҫеп сыҡтым. Һәр таҫманы берәмләп ағасҡа уратып алып ҡыҙыу майҙа бешереп алдым, бешергән саҡта ураманы өйрөлтөп торорға кәрәк.
#Гөлгөнә_Байегетова #аш_һыу