Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Март 2020, 17:57

Кәбеҫтә менән фарштан бәлеш

Киске табынға туҡлыҡлы ла, тәмле лә ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табынығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!

Уның өсөн бер баш кәбеҫтә, 600 грамм фарш, 300 грамм помидор, 200 миллилитр йәшелсә һурпаһы, 50 грамм дөгө ярмаһы, бер һуған, бер аш ҡалағы сельдерей, ике тырнаҡ һарымһаҡ, әнис, ҡара борос, тоҙ кәрәк.
Әҙерләй башлайбыҙ. Тәүҙә помидорға эҫе һыу бөркөп, тышын һыҙырып, ваҡлап турайбыҙ. Һуғанды, йәшел сельдерейҙы, һарымһаҡты ваҡлайбыҙ. Шунан фаршҡа йыуылған дөгө ярмаһы, тәмләткестәр, 100 миллилитр һурпа ҡойоп, һәйбәтләп бутап, 20-30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Артабан кәбеҫтәне япраҡтарынан айырып, тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Ҡаты өлөштәрен ҡырҡып ташлайбыҙ. Формаға башта ҡурғаш, шунан ҡағыҙ йәйеп кәбеҫтә япраҡтарын һалабыҙ. Уның өҫтөнә әҙер фарш ҡатнашмаһын тултырабыҙ. Кәбеҫтәне, фарш менән аралаштырып, ҡатлап һалабыҙ. Иң өҫкө ҡатында кәбеҫтә булырға тейеш. Һәр бер ҡатына һурпа ҡоябыҙ. Ҡурғаш менән ҡаплап, 50 минутҡа 190 градусҡа тиклем йылытылған мейескә оҙатабыҙ.
Бәлеш бешкәс, ҡырылған сыр һибәбеҙ ҙә тағы ла 10 минутҡа ҡуябыҙ.
Йәшел әнис менән биҙәп өҫтәлгә бирергә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: