Дим буйҙары
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Март 2020, 18:25

Рәссам Рәшит Имашев

Имашев Рәшит Фәтих улы (30 март 1939 йыл — 11 март 2007 йыл) — рәссам. 1973 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы (2003), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татар АССР‑ының (1986) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Фәтих Кәрим (1999), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2006) премиялар лауреаты.

Рәшит Фәтих улы Имашев 1939 йылдың 30 мартында Бишбүләк районының Аҙнай ауылында тыуа. Өфөнөң 9-сы интернатын (Р. Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернаты), Ҡазан һынлы сәнғәт училищеһын һәм В. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт һынлы сәнғәт институтын тамамлай. Урта мәктәптә уҡығанда рәсемдәре «Азат хатын», «Һәнәк», «Саян», «Детский мир», «Юность» журналдарында баҫыла. Ул — рәсем сәнғәте, гәзит-журнал графикаһы оҫтаһы, меңдән ашыу рәсем авторы. Әҫәрҙәре — Рәсәй һәм сит ил галереяларына ҡуйылған. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, зона һәм республика күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Ғ. Туҡай, Ғ. Ибраһимов, Х. Туфан, С. Сәйҙәшев, М. Йәлил, Н. Йыһанов, К. Ҡолоев, Ф. Хемингуэй, Ф. Кастро, Л. Корваландың һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәренең, азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшеүселәрҙең портреттарын яҙа.

Рәшит Имашев — киң темаға мөрәжәғәт иткән сәнғәт оҫтаһы. Уның әҫәрҙәрендә тарихи осор, һуғыш, илде тергеҙеү геройҙары, һалдаттар, тыл кешеләре, төҙөлөш эшселәре, крәҫтиән, нефтсе, металлург, студенттар, йәштәр, балалар, халыҡ вәкилдәре — уларҙы һанап бөтөрөрлөк түгел. Әммә һәр рәсемендә кеше, уның уй-фекерҙәре, шатлыҡ-ҡайғылары, ынтылышы сағылған. Рәшит Имашев ижад үрҙәренә үҙ таланты менән күтәрелде. Уға ҙур ҡаҙаныштары, фиҙакәр хеҙмәте өсөн — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Ул — Фәтих Кәрим, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты.

2003 йылдың 30 декабре рәссамға тағы бер ҙур шатлыҡ алып килде: Татарстан Республика Президенты Указы менән һынлы сәнғәт өлкәһендәге оло ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Рәшит Фәтих улы Имашевҡа «Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Читайте нас в