Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Апрель 2020, 11:50

Күстәнәстәрҙе ни эшләтәләр?

Һәр йома көндө беҙҙе экрандар янына йыя торған был тапшырыуҙа ҡатнашыусы кешеләр Леонид Якубовичҡа күстәнәс, бүләктәр төйәп килә.

Һый-хөрмәт менән ҙур өҫтәл тулып китә. Ул күстәнәстәрҙе алып барыусы рәттән ашап барһа, әллә ҡасан шартлар ине инде. Әле лә ярай киң күңелле ул - тамашасыларға, балаларға тараттыра.

Билдәле инде, аҙыҡ-түлек музей экспонаты түгел, уны оҙаҡ һаҡлап та булмай. Тапшырыу бөткәс, тапшырыуҙың тура эфирҙа бармауын беләһегеҙ, аҙыҡ-түлекте унда ҡатнашыусы ҡунаҡтарға ҡалдыралар. Ни тиһәң дә, оҙаҡҡа һуҙылған съемка барышында ҡунаҡтар асыҡҡан була.

Социаль селтәрҙәрҙә ҡунаҡтарҙыңың үҙҙәрен тотошона ҡағылышлы бигүк ыңғай булмаған баһалалар ҙа пәйҙә булған. Тик арыған ҡунаҡтарға ҡапҡылап алырға кәрәк. Шул сәбәпле, “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуын ойоштороусылар дөрөҫ эшләй, тиҙәр комментарийҙарҙа.
https://kiziltan.rbsmi.ru/
Читайте нас: