Яҙғы ҡояш коронавирус инфекцияһы таралыуға йоғонто яһамаясаҡ. Медицина фәндәре докторы, профессор Анатолий Альштейн ана шундай фекер белдергән, тип яҙа портал Ura.ru.
- Яҙҙың йылы һауа торошо эпидемияны туҡтата алмаясаҡ, тип уйлайым, — тигән вирусолог.
Альштейн әйтеүенсә, был һауа торошо барышында коронавирус инфекцияһы таралыуы артмаясаҡ та, кәмемәйәсәк тә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, вирус менән көрәштә һауа торошонан ярҙамды йәйгелеккә генә көтөргә кәрәк.
- Респиратор ауырыуҙар эпидемияһы ғәҙәттә йылдың һалҡын осоронда бара. Был вирус температураның күтәрелеүенән үлә, сөнки кешеләрҙең вирустарға ҡарата ҡабул итеүсәнлеге кәмей. Йәй көнө беҙҙең иммунитет та нығый, - тип аңлатҡан Альштейн.
Эксперт инфекцияға ҡаршы көрәш саралары үҙ һөҙөмтәләрен бирә, һәм тиҙҙән Рәсәйҙә COVID-19 таралыуы кәмей башларға мөмкин, тип һығымта яһаған ул.
Фото: "РИА Новости" сайтынан