Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
6 Апреля 2020, 08:40
Йәшерәк күренгегеҙ киләме?
Ғалимдар пластик операцияһыҙ ҙа йәш күренеүҙең ете сере хаҡында әйтә. Әгәр был һеҙҙе ҡыҙыҡһындырһа, түбәндәгеләр – һеҙҙең өсөн.
Иң беренсе сиратта – йоҡо. Кем иртәрәк һәм ете сәғәттән күберәк йоҡлай, ошо кешенең организмында йәшлек гормоны – мелатонин – барлыҡҡа килә икән.
Икенсе урында – мөмкин тиклем көсөргәнешле хәлдәрҙе булдырмау һәм тик яҡшы уйҙар менән йәшәү.
Өсөнсөнән, саф һауала күберәк йөрөргә тырышығыҙ.
Дүртенсенән, алкоголь һәм тәмәке тартыу тигән насар ғәҙәттәрҙең юҡлығы.
Бишенсенән, ҡояштан һаҡланыу зарур. Юғиһә туранан-тура төшкән ҡояш нурҙары тәндең һығылмалылығын һәм ныҡлығын тәьмин итеүсе коллагенды кәметә.
Тәмле, шәрбәтле әйберҙәрҙе яратыу ҙа яҡшы түгел. Белгестәр артыҡ глюкоза тәндең ҡартайыуына килтереүсе алтынсы сәбәп, тип билдәләй.
Ниһайәт, етенсе сәбәп – ул климат үҙгәрештәренән һаҡланыу. Шуға тыуған ерҙең тәбиғәт үҙенсәлектәренән артыҡ айырылмаған урындарҙа ял итеү яҡшыраҡ.
Фото:
prof-medicina.ru.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"