Мәҫәлән, һарымһаҡҡа. Уны һөткә һалып эсһәгеҙ, күп сирҙән ҡотолорһоғоҙ. Астманан, пневмониянан, туберкулездан, йөрәк ауырыуҙарынан, йоҡоһоҙлоҡтан, артриттан, йүтәлдән һәм башҡа күп сирҙәрҙән дауа булып тора. Һарымһаҡ микробҡа ҡаршы тороу һәләтенә эйә, көслө антиоксидант булып тора. Төнәтмәне әҙерләү өсөн 250 мл һыу, таҙартылған 10 теш һарымһаҡ, 500 мл һөт, 2-3 сәй ҡалағы шәкәр кәрәк. Кәстрүлгә һөт һәм һыуҙы ҡойорға һәм уға ҡырғылған һарымһаҡты һалырға. Даими болғап, ҡайнау хәленә еткерегеҙ. Яртыһы бүҫкәргәнсе ҡайнап ултырһын. Уттан алғас, уны һөҙөп алырға һәм һөткә шәкәр ҡушырға. Эҫе көйө генә эсегеҙ. Пневмония менән көрәшеү өсөн көнөнә өс тапҡыр ошо рецепт буйынса һөт эсергә. Йүтәл йонсотһа, һарымһаҡлы һөткә куркума ла өҫтәп ебәрегеҙ. Шулай ҙа табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!