+3 °С
Ясна
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын үткәреүҙең төрлө варианты ҡарала. Мәскәүҙә Еңеү парадын тап 9-ында үткәреү-үткәрмәү буйынса ҡарар ҡабул ителмәгән әле. Был турала РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песковтың яуабы бар.
“Төрлө вариант ҡарала. Әммә был хаҡта һөйләү иртәрәк әле. Оло йәштәгеләрҙе иҫәпкә алып, 9 майҙа ветерандар ҡатнашлығында ниндәйҙер саралар үткәреү маҡсатҡа ярашһыҙ. Барыһы ла илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле буласаҡ”, - тигән Песков әфәнде.
Эйе, әле хәл-торош, айырыуса Мәскәүҙә, бер ниндәй ҙә байрам кәйефен бирмәй. 9 майға тиклем ваҡыт бар әле, яҡшыға өмөтләнәйек.
Фото Интернеттан.