Был аҙнала Башҡортостанға 15 яңы ИВЛ аппараттары киләсәк. Улар республика бюджеты иҫәбенә алынған. Бынан тыш яҡын арала федераль бюджет аҡсаһына алынған ҡорамалдар ҙа килеп етергә тейеш.
- Әлеге ваҡытта медицина персоналын федераль ведомство талап иткән нормативтар буйынса уҡытыу алып барыла. Кәрәкле дарыуҙар һәм шәхси яҡлау әйберҙәренән торған запас булдырылды, - тине министр.
Радий Фәрит улы Максим Забелинға табиптарҙы яҡлау саралары менән тәьмин итергә ҡушты. “Беҙгә табиптарҙы һаҡларға кәрәк”, тине ул.