Дим буйҙары
+14 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
21 Апреля 2020, 10:01
Эремсек билмәне
Эремсектән әҙерләнгән ризыҡтар туҡлыҡлы ла, файҙалы ла.
Эслек өсөн: йомортҡа, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ.
Ҡамыр өсөн:
1 стакан он, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ һурпа, тәменән ҡарап тоҙ.
Эремсекте ит турағыс йәки ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Йомортҡа, ҡаймаҡ, тоҙ һалып, эслек әҙерләйбеҙ. Аҙаҡ туҡмасҡа әҙерләгән кеүек ҡамыр баҫабыҙ. Туҡмас йәймәһенә ҡарағанда ҡалыныраҡ итеп йәйергә кәрәк, аҙаҡ 6-7 сантиметр диаметрҙағы түңәрәктәр яһайбыҙ.
Әҙер эремсек эслеген түңәрәктәр уртаһына һалып, түңәрәктәрҙе икегә бөкләп ситтәрен йәбештерәбеҙ.
Һуңында эремсек билмәндәрен ҡайнап торған тоҙло һыуға төшөрөп бешереп алабыҙ. Табынға ҡайнар килеш һурпаһы менән бирәбеҙ. Әҙер ризыҡҡа йәшел һуған һәм ҡаймаҡ та ҡушһаң, ифрат тәмле була.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"