Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
23 Апреля 2020, 14:08
Барыһы үтеп китә
Барыһы үтеп китә...Был да үтер!!!
Бер нимә лә түгел мәңгелек!
Ниндәй эҙҙәр йөрәктәрҙә ҡалыр
Нисегерәк йәшәр бар халыҡ?
Йөрәктәргә иман нуры тулһын,
Изгелектәр ҡылып йәшәрлек
Һәр кешелә рухи байлыҡ булһын
Бик мул итеп
Ерҙә сәсерлек!
Бынан кире шунһыҙ йәшәйп булмаҫ
Тыныс булмаҫ көн һәм төнөбөҙ.
Таҡыр булмаҫ йөрөр юлдарыбыҙ,
Хәләл булмаҫ ашар ашыбыҙ!
Уйланмаһаҡ, барын исраф итһәк,
Нимә менән тороп ҡалырбыҙ.
Киләсәк быуынға нимә ҡалыр?
Тағы ниндәй һабаҡ алырбыҙ?
Ошо дәрестәрҙе үҙләштереп,
Һығымтаның яһап дөрөҫөн
Ҡиблаға бағып йөҙөбөҙҙө
Уҡыйыҡ беҙ Ҡөрьән китабын!!!
Тыуым менән үлем араһында
Ғүмер тигән бар бер мөғжизә!!!
Шул мөғжизә Аллабыҙ бүләге,
Ваҡытлыса ҡунаҡ беҙ Ерҙә!!!
Сафура Нурыева,
Аҙнай - Өфө.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"