Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Апрель 2020, 14:23
29 апрель - Халыҡ-ара бейеү көнө
“Ете ҡыҙ”бейеүе
Был бейеүҙең легендаһы төрлө ерҙә төрлөсә яҙыла. Ләкин төп асылы шунда: бер егет кеше береһенән-береһе һылыуыраҡ бер туған ете ҡыҙҙы яратып йөрөй. Ҡайтҡас, ҡайһығыҙ, мине ҡаршы сығып ала, кемгеҙ мине нығыраҡ һөйә – шуға өйләнермен тип ҡалым өсөн аҡса эшләргә сығып китә. Әммә ҡыҙҙарҙың береһе лә уны ҡаршыламай. Ни өсөн? Ошо урында фекер айырымлыҡтары бар. Ҡыҙҙарҙың атаһы уларҙы ҡарт байға кейәүгә бирергә булғас, һүҙ беркетеп, улар бөтәһе бергә күлгә батҡан тигән легенда бар.
Йәнә фараз: һыу инергә барған саҡта, бай егеттәре һиҙеп ҡалып, ҡыҙҙар артынан күл буйына барғандар ҙа, ҡыҙҙарҙың һыуҙан сыҡҡанын көтөп ултырғандар. Ә ҡыҙҙар, намыҫ, инсафлыҡ һаҡлап, күлдән сыҡмаған һәм шунда батып үлгәндәр, тигән легенда ла йәшәй. Ошоноһо дөрөҫөрәктер, сөнки был хаҡта йыр ҙа бар:
Ай, етет ҡыҙ, ете ҡыҙ,
Ҡайтып килһәм, бере юҡ:
Намыҫ һаҡлап күлгә батҡан
Ғәйеп итер ере юҡ.
Томбойоҡло тәрән күл дә
Эсмәлегем булған күл,
Ете ҡыҙҙы таптып алып,
Бәхетемде юйған күл...
Ҡыҙҙарҙың атаһына асыуланыу, уға үпкәләү һүҙҙәре юҡ йырҙа. Тик йырҙағы “ете ҡыҙҙың ҡонон алмай, гүргә инмәҫ йөрәгем” тигән һүҙҙәр генә ҡыҙҙарҙың осраҡлы рәүештә күлгә батмағанлығына, ә кемдәрҙеңдер ғәйепле булыуына ишара.
Ә инде бейеүҙәге хәрәкәттәр! Иҫ китмәле һомғоллоҡ, ғорурлыҡ. Нәзәкәтлек һәм нескәлек! Һылыулыҡтарынан хушың китер. Баштары юғары күтәрелгән, ҡараштары моңһоу...
Фото Интернеттан.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"