Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Общие статьи
30 Апреля 2020, 06:27

Тәүге взносты кәметергә ҡушты

Ташламалар башлана.

РФ Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләр тораҡ өсөн кредит алған осраҡта, беренсе взносты 15 процентҡа – минималь күләмгә тиклем төшөрөү сараларын әҙерләргә бойороҡ бирҙе.
Ил башлығы быны 20 майға ҡәҙәр эшләргә ҡушты.
Яңы программаның үтәлеше өсөн премьер-министр Михаил Мишустин яуаплы.
Бынан алдараҡ, Михаил Мишустин йыллыҡ ставкаһы 6, 5 процент тәшкил иткән ташламалы ипотека программаһын раҫлағайны.
Ул программа буйынса, рәсәйҙәр ағымдағы йылдың 1 ноябренә ҡәҙәр ипотека кредиттары алыу мөмкинлегенә эйә.
Мәскәү, Мәскәү яны, Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһендә йәшәүселәргә 8 млн һумға ҡәҙәр ипотека алыу рөхсәт ителһә, башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр 3 млн һумға ҡәҙәр иҫәп тота ала.
#ВладимирПутин
Читайте нас