Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
Общие статьи
6 Мая 2020, 07:11

Шайморатов исемендәге урам ҡырҡ йыл ремонт күрмәгән...

Баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге Миңлеғәле Шайморатов исемендәге урамды белмәүселәр ҙә барҙыр.

1949 йылдың ноябрендә Черниковка ҡала башҡарма комитеты тарафынан шәхси секторҙағы урамға геройҙың исеме бирелгән.
Был хаҡта Өфө мэры Өлфәт Мостафин социаль селтәрҙә хәбәр иткән. Быйыл Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә ҡырҡ йыл самаһы ваҡыт ремонт яһалмаған урамды төҙөкләндерәсәктәр. Бының өсөн ҡала бюджетынан аҡса бүленгән.
"Ремонт эштәре тамамланғас, өфөләргә юл йөрөү уңайлы буласаҡ. Урам исеме үҙендә ҙур тарихты һаҡлай, ә беҙ уны һаҡсыл ҡәҙерләргә, хөрмәтләргә тейешбеҙ", - ти Өлфәт Мостафин.
Фото: Өлфәт Мостафиндың сәхифәһенән.
Читайте нас