Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июнь 2020, 23:04

Сыуаш Республикаһында бомба йәшерелгән урын табылған

Тәфтиш комитеты Сыуашстанда терракт туҡтатылыуы тураһында хәбәр итте. Урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, «Химпром» заводы эргәһендә бомба йәшерелгән урын табылған.

Әлеге мәлдә төбәктәге Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте идараһы белгестәре яһалма шартлатыу ҡормалын кем яһағанын билдәләй. «Енәйәткә әҙерләнеү» һәм «Террористик акт» статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бөтә шартлатыу ҡорамалдары зарарһыҙландырылды, шаһиттарҙан һорау алыу бара һәм хәл ваҡиғаны билдәләү буйынса башҡа оператив эштәр башҡарыла. Тәфтишселәр оператив хеҙмәттәр менән йәнәшә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле кешеләрҙе билдәләй, тип хәбәр ителә Тәфтиш Комитетында.
Билдәле булыуынса, «Химпром» эре тонналарҙа химия етештереүсе илдең мөһим заводтарҙың береһе булып һанала. Предприятие 150-нән ашыу химия продукцияһын етештерә.
Читайте нас: