Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июнь 2020, 12:32

Йыландар әүҙемләшә: саҡһа ни эшләргә?

Башҡортостан Республикаһы табиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ауыл халҡынан һәм дача хужаларынан уларҙың участоктарына йыландар эйәләшеүе тураһында шалтыратыуҙар йышайған.

Төбәк Экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау бүлеге башлығы урынбаҫары Глеб Егоров: "Йылан, һеҙ уларҙы тоторға тырышһағыҙ сағасаҡк, уны ситләтеп у:ырға, иғтибарын йәлеп итмәҫкә тырышығыҙ. Йыландар кешенән ҡурҡмай, шулай ҙа беренсе булып үҙҙәре һөжүм итмәй”, - ти.
Глеб Егоров һүҙҙәренә ҡарағанда, йылан саҡҡан осраҡта жгут һалырға, ағыуҙы ауыз менән һыуырып сығарырға ярамай. Яраны һабынлап йылы һыу менән йыуырға, ауыртыуҙы баҫа торған дарыу эсәргә һәм яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: пиксебей
Сығанаҡ: ufa.aif.ru
Читайте нас: