Дим буйҙары
+14 °С
Ясна
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
18 Июнь 2020, 13:37
Ваҡыт ҡәҙере
Бер диңгеҙсе диңгеҙ буйлап алыҫ сәйәхәткә сыға. Әммә дауылға эләгеп, ҡыйралған кәмә менән ярға йөҙөп сыға ала.
Сәйәхәтен дауам итергә теләп. Диңгеҙсе ярсыҡтарҙы йыйып, кәмәһен яңынан төҙөй. Әммә әлеге һәләкәт уның күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра, шуға ла ул хәүефһеҙ ярҙы ташлап, диңгеҙгә сығырға батырсылыҡ итмәй. Көн һайын кисен ул үҙ-үҙенә иртән юлға сығырға тип һүҙ бирә, ә иртән сәйәхәтте кисектереү өсөн меңәрләгән һылтау таба. Уңышһыҙлыҡтан ҡурҡыу башҡа уңышһыҙлыҡ, бәләләрҙе күҙ алдына баҫтыра, үҙ-үҙенә ышанысты юҡҡа сығара. Бына шулай икеләнеүҙәр менән буш ярҙа байтаҡ ваҡыт йәшәй диңгеҙсе, ә нурҙарҙа ҡойонған диңгеҙ уны көн һайын үҙенә саҡыра. Ярға килеп бәрелгән тулҡындар уға бәхет тураһында йырлай, иҫкән ел ирек, тәүәккәл булғандарҙың ҡаһарманлығы тураһында шыбырҙай.
Берҙән-бер көндө диңгеҙсе яр буйына ятып йоҡлап китә һәм төш күрә. Төрлө дауыл һәм цунамиҙар инә төшөнә, бер үк ваҡытта шул ауырлыҡтарҙы еңеүҙән килгән шатлыҡ тойғоһон да кисерә. Төшөндә шулай уҡ ниндәйҙер яҡтыртҡыс йән осоп килеүен, ҡанаттары менән ҡағылып “Алла һине ярата. Ул һиңә үҙенең фәрештәләрен ебәрҙе. Уларҙың һәр береһе һинең өсөн ҡиммәт булған бүләк килтерер...” – тигәнен дә ишеткәндәй була. Донъя матурлыҡҡа һәм гармонияға төрөлгән. Диңгеҙҙең тиҙ үҙгәреп торған холҡо тураһында уйлана-уйлана, кеше тағы йоҡлап китә. Төшөндә уның янына бер төркөм кешеләр яҡынлашыуын күрә. Уларҙың һәр береһенең ҡулында ниндәйҙер бүләк. Баяғы яҡтыртҡыс йән бер миҙгелдә генә күренеп ҡала һәм “Был кешеләр һинең дуҫтарың, уларҙың бүләген ҡабул ит!”, “Ваҡыт ҡиммәт” тигән алтын һүҙҙәр яҙылған сәғәт һона. Икенсе донъя картаһы бүләк итә, уға “үткәндәр” тигән һүҙҙәр менән билдәләп, уның һәләкәт кисергән урыны һәм ваҡыты билдәләнгән була. Өсөнсө кеше уға компас һона һәм: “Сәйәхәт тамамланманы әле. Ул һин ҡурҡҡанда ла дауам итә. Һин тере булғанда сәйәхәт һәр саҡ дауам итәсәк”, ти.
Кеше уянып китә һәм шатланып ҡысҡырып ебәрә: “Ваҡыт ҡиммәт. Башҡаса мин уны үҙемдең бәхетһеҙ яҙмышым тураһында уйланып үткәрмәйәсәкмен. Мин үткәндәге хаталарымды онотасаҡмын һәм барыһында яңынан башлаясаҡмын!”. Шунда тулҡын да ҡыуаныслы йыр һуҙып ебәрә: “Юлға!”, “Юлға!”, “Юлға!”.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Август , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Август , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Август , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"