Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Общие статьи
23 Июня 2020, 12:53

Йылға буйында (Булған хәл)

Ғәлиәхмәт ҡарт төндә йоҡлай алманы, йомшаҡ түшәгендә борғоланып таң аттырҙы. Бөгөн уға балыҡ артынан “важный хужа” килергә тейеш, күптән әйтеп ҡуйғайны ошо көнгә әҙерләп ҡуй тиеп.

Рәзилә Мөҙәрисова
Йыш килә ул ҡартҡа. Өйәҙе балыҡтары тәмле шул ул.
Ә кисә ниңәлер балыҡ эләкмәне лә ҡуйҙы. Әллә тамаҡтары туҡ, әллә емде яратманылар. Беренсе тапҡыр балыҡтан буш ҡул менән ҡайтты ул.
Оҙаҡ ултырҙы ҡарт балыҡсы тыныс ҡына аҡҡан һыуҙарға текләп. Үткән тормош юлын барлап.
Шәп балыҡсы булды Ғәлиәхмәт ҡарт. Ғүмерендә эре-эре йәйен, суртандарҙы күп эләктерҙе, ташбаштарҙан да баш тартманы. Әммә ҡомһоҙ балыҡсы булманы, самаһын белде. Улдарын, күрше-тирә малайҙарын да балыҡ тотоу серҙәренә өйрәтте. Нимә тип аҡланыр ул иртәгә “важный хужа” алдында, ниндәй йыуаныс һүҙҙәре әйтергә уға?
Көтмәгәндә шаян уй килде башына.
- һаумы, ағай! Миңә тигән балыҡтар әҙерҙер инде, тиҙ генә биреп ебәр әле. Эштәрем күп. Ашығам.
- Әҙер, ҡустым, әҙер. Тик елдереп кенә йылға буйына барып әйләнәйек әле ошо матур машинаң менән.
Киттеләр. Яр буйына килеп тә туҡтанылар. Машинанан сыҡтылар. Тәбиғәт матурлығына һоҡланып әҙерәк һөйләшеп торҙолар. Һыу өҫтө иртәнге ҡояш нурҙарында көмөштәй емелдәй. Ә балыҡтар сәсрәткән һыу тамсыларында мең төҫкә инеп йәйғор уйнай. Ә балыҡтар! Улар шундай күп бөгөн, ҡабырғаларын ҡояш нурында ялтыратып өҫкә һикерешәләр, уйнайҙар, кемуҙарҙан ҡыуышалар. Яр буйында уларға ҡарап әүрәп торған ике кешегә иғтибар ҙа итмәйҙәр. Улар балыҡтарға бар ни, юҡ ни.
Ҡарт һүҙ башланы:
- Күрәһеңме, ҡустым, анау һыуҙа йөҙгән балыҡтарҙы. Шуларҙы әҙерләнем инде мин һиңә. Ҡапсығың киңме һуң? Әйҙә яр аҫтына төш тә, тиҙ генә тотоп ал. Күп көтөргә яратмайҙар улар, тәрәнгә китеп тә барырҙар, ҡойроҡтарын да күрә алмаҫһың. Балыҡһыҙ тороп ҡалыуың да бар. Ашыҡ.
Олпат кәүҙәле, йөҙөнән етдилек бөркөлөп торған ир нимә тип әйтергә лә белмәне, тораташтай ҡатты, өнһөҙ ҡалды, әммә үҙен тиҙ ҡулға алды. Төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙән дә оҫта сыға белгән тәжрибәле етәксе шул ул.
- Ней, ағай, бөгөн иртән яңылыш иҫке ботинкаларымды кейеп алғанмын шул. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, Һалҡын һыуға аяҡтарым еүешләнеп, сирләп ҡуйыуым да бар. Көнө лә һалҡынса. Эштәрем дә йырып сыҡҡыһыҙ. Иртәгә таңдан уҡ килербеҙ, үҙең йоҡлап ҡала күрмә.
“Важный хужа” тиҙ генә машинаһына менеп ултырҙы, "һә" тигәнсе күҙҙән дә юғалды.
Ғәлиәхмәт ҡарт яр башында бер үҙе тороп ҡалды. Уҙе ауыҙ эсенән әкрен генә һөйләнә ине: “Үпкәләмәнеме шикелле, балыҡ иртәгә булыр ул, уға ла етер, үҙемә лә артып ҡалыр. Вәт, бөгөн балыҡ эләгәсәк, исмаһам! Йәһәт кенә ҡайтып, ҡармаҡтарымды алып киләйем. Шайтан алғыры, өйгә илтеп тә ҡуйманы.
Ошо көндән һуң “важный хужа” Ғәлиәхмәт ҡартҡа башҡа “балыҡ тотоп бир әле” тип килмәне, уның өйөнә юлды бик тиҙ онотто. Юлда маҙар осрағанда хәл-әхүәлен һорашты, әммә балыҡ тураһында һүҙ ҡуҙғатманы.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Фото Интернеттан.
Читайте нас