Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Общие статьи
26 Июня 2020, 16:48

Бөгөнгө көн геройҙары

Заман геройҙары - табиптар. Кем плакаттарҙа эленеп тора - улар, кемгә граффити төшөрәләр -уларға, кемдәрҙе, телдән төшөрмәй, маҡтайҙар - уларҙы, кемдәрҙе сәскәләр биреп ҡотлайҙар - уларҙы.

Бының янына кемдәргә һәйкәлдәр ҡоялар тип һорау ҙа бирер инек. Күмертау психоневрология интернатында бөгөн тантаналы рәүештә һәйкәл асҡандар: COVID–19-ға бағышлана. Ауырыуға түгел инде, ошо яман сиргә ҡаршы көрәшкән табиптарға. Ибраһимов Ринат Ғәфүр улы, әле генә беҙгә шылтыратты:
- Күпме аҡса китте, проект кемдеке, тендер иғлан иттегеҙме тип һорама, барыһы ла үҙебеҙ көс менән башҡарылды. Беҙҙә үҙебеҙҙең Церетели бар - минең урынбаҫар Уразаев Илнур Шәһит улы. был һәйкәл уның проекты, уның идеяһы. Беҙ бит апрелдән үк 14 көн эшләүгә күстек, вахта менән, бер смена ике аҙна буйы бикләнеп ята (77 хеҙмәтҡәр), унан һуң тағы бер смена килә, улары ла ике аҙна буйы сыҡмай, ҡатынды ла, балаларҙы ла күргән юҡ - заманаһы шулай. Бына шул заманаға, заман геройҙары - медиктарға бағышлап, һәйкәл ҡойҙоҡ һәм бөгөн астыҡ. Республикала бындай һәйкәл әлегә юҡ.
Читайте нас