Дим буйҙары
+12 °С
Ясно
Общие статьи
28 Июня 2020, 15:04

Үҙенекеләй күреп...

Ике йәнлек - ике геройҙың ҡылғына һаҡланырлыҡ.

Күмертау ҡалаһының бер баҡсаһында ҡалын роман яҙырлыҡ ваҡиға булған. Һәр хәлдә А. Приставкиндың "Кукушата или жалобная песнь для успокоения сердца" повесына торошло әҫәр яҙырлығы бар. Бында әжәл ваҡыты еткән ҡарт терпе-әсә үҙенең сабыйҙарын бесәйгә килтереп тапшырған. Тапшырған, бесәй уларҙы ҡабул иткән, ә терпе-әсә, күп тә үтмәй, йән биргән. Үлем сигендә лә Әсә булып ҡалған терпе һәм сит бауырҙы, үҙенекеләй итеп, тәрбиәләгән бесәй-әсәй - ике йәнлек - ике герой. Терпеләр хәҙер үҙаллы инде, иркенгә, үҙаллы тормошҡа сыҡҡандар, ә үгәй әсәләрен онотмайҙар икән, юҡ-юҡта килеп хәлен беләләр.
Хайуан тип әрләргә яратабыҙ күрә алмаған кешебеҙҙе, бының менән хайуандарҙы рәнйетәбеҙ кеүек, ҡайһы бер хайуандар кешегә ҡарағанда ла кешелеклерәк.
Читайте нас