Дим буйҙары
+21 °С
Ясно
Общие статьи
29 Июня 2020, 07:34

Сәйгә печенье

Тиҙ генә итеп сәй табынына печенье бешереп алайыҡ

250 гр. аҡ май
0,5 стакан шәкәр ҡомо
1/3 стакан үҫемлек майы
4 аш ҡалағы крахмал
3,5 стакан он
бер семтем ванилин (һалмаһағыҙ ҙа була)
Һауытҡа өй температураһындағы аҡ май, шәкәр ҡомон, үҫемлек майын һалып, яҡшылап туҡыйбыҙ. Крахмал өҫтәп йәнә туҡыйбыҙ. Бер стакан он өҫтәйбеҙ, ҡалаҡ менән болғатабыҙ.
Өҫтәлгә 1 стакан он һалабыҙ һәм өҫтөнә ҡамырҙы ауҙарабыҙ. Йәнә ҡалған ярты стакан ондо өҫтөнә ҡоябыҙ һәм матурлап баҫабыҙ. Ҡамырҙы өскә бүләбеҙ. Һәр береһен колбаса кеүек йәйәбеҙ. Бысаҡ менән ҡырҡҡылап сығабыҙ һәм табаға һалып, 150 градус эҫелектә бешерәбеҙ.
Читайте нас