Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июль 2020, 15:43

Ҡурай еләгенән варенье

Ҡурай еләгенән әҙерләнгән был ҡайнатма ашарға ла тәмле, сиробыла һалҡын тейгәндән бик файҙалы.

Әлеге вареньены әҙерләгәндә еләктәр ҙә бөтөн көйө ҡала, шәкәр ҙә күп талап ителмәй. Еләктәр тәме лә һаҡлана. Ҡайнатыу өсөн 1 килограмм еләккә, 0,5 килограмм шәкәр ҡомо алына.
Нисек ҡайнатырға:
1. Ҡурай еләген таҙартабыҙ, йыумайбыҙ.
2. Эмаль кастрүлгә бер ус ҡурай еләген беренсе ҡат итеп һалабыҙ.
3. Өстөнә шәкәр ҡомо, тағын бер ҡат ҡурай еләген һалабыҙ.
4. Шулай бөткәнсе һала барабыҙ.
5. Ҡурай еләге ситкә һыу сығарғансы шәкәр ҡомо менән ҡушылғанды көтөп торабыҙ.
6. Унан һуң кәстрүлде талғын утҡа ҡуябыҙ.
7. Ҡайнатып сығарабыҙ, әкрен генә болғатып ебәрәбеҙ.
8. Ҡайнап сыҡҡандан һуң, 5 минут тотабыҙ ҙа, уттан алабыҙ. Күбеген алырға ла онотмайбыҙ. Вареньены банкаларға тултырабыҙ ҙа, одеал менән ҡаплап, һыуытабыҙ.
Ҡышҡыһын тәмле һәм файҙалы ризыҡ менән һыйланырға ғына ҡала.
zainsk-rt.ru
Читайте нас: