Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июль 2020, 17:02

Яр буйында балыҡсы

Рәсәйҙә һәр йыл һайын июль айының икенсе йәкшәмбеһендә Балыҡсылар көнө билдәләнә.

Балыҡсылар тураһында мәҙәктәр:
Ике балыҡсы йылға буйында иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе ҡармаҡ һалып ултыра. Кис еткәс, береһе:
— Мин һис ҡасан да ышанмаясаҡ бер нәмә бар, — тип һүҙ башлай.
Икенсеһе ғәжәпләнеп:
— Нимә инде ул? — тип ҡыҙыҡһына. — Балыҡсылыҡ менән генә шөғөлләнеп йәшәгән халыҡтар булыуына, — тип яуаплай тегенеһе.
* * *
Ике әхирәт серләшә.
— Бер ҡасан да ирем менән балыҡҡа бармаясаҡмын! Башта үтә ҡысҡырып һөйләштем, икенсеһендә селәүсенде дөрөҫ итеп ҡуймағанмын, имеш. Иң ҡурҡынысы аҙаҡ булды — иремә ҡарағанда күберәк балыҡ тоттом.
* * *
Берәү алтын балыҡ эләктергән.
— Йә, әйтә һал, өс теләгеңде үтәйем, — тигән ҡорбаны.
Балыҡсы:
— Баҡсамда йорт, ҡалала фатир һәм машина булдыр, — тигән. — Кредитҡамы, әллә бүлеп түләү шарты менәнме? — тип асыҡларға теләгән балыҡ.
Балыҡсы оҙаҡ уйлап тормаған:
— Йә, һайла: бешерәйемме, әллә көнбағыш майына һалып ҡыҙҙырайыммы? — тигән.
* * *
Бер ир балыҡ ҡармаҡлай икән. Эргәһенә икенсеһе килә лә һорай:
— Бөгөн һыу нисек, яҡшымы?
— Бик һәйбәт! — ти тегенеһе. — Балыҡтың хатта сыҡҡыһы ла килмәй!
* * *
— Эй булдыҡлы ла инде ирем. Ике көнгә балыҡҡа китә лә, шул арала тотҡан балығын йә тоҙлап, йә туңдырып, йә консервалап уҡ алып ҡайта, — тип маҡтана икән бер ҡатын күршеһенә.
* * *
Бер ир балыҡ ҡармаҡлап ҡайтҡас, ҡатынына: — Үәт, әй, һаран кешеләр була ла инде! Егеттәр менән алдан "кем беренсе булып балыҡ тота, шул һыйлай" тип килешкәйнек. Нисек булған тип уйлайһың? Шакирҙың ҡармағы тартыла, ә ул иҫе лә китмәй ултыра. Ғарифтың да ҡалҡыуысы балыҡ эләгеүен хәбәр итә, ә ул күрмәмешкә һалыша. Үәт, һарандар!
— Ә һинекенә ҡаптымы һуң? — тип ҡыҙыҡһына ҡатыны.
— Мин алйотмо әллә? Ҡармаҡҡа селәүсен ҡуйып та торманым, — тип яуаплай ир.
***
Ике иптәш балыҡҡа барған. Берәүһенә ҙур ғына ҡорман эләккән, ти. Балыҡ бик ныҡ тарт­ҡылаша, үҙен ҡулға алырға ирек бирмәй икән.
– Ҡара әле, ни эшләргә икән бының менән?
– Һыуға батыр һин уны!

***
– Ҡан баҫымығыҙ юғары, – ти икән табип пациентҡа.
– Һиҙеп торам: балыҡ тотоуҙан...
– Был шөғөл, киреһенсә, тыныслан­ды­рырға тейеш тә...
– Ризамын! Ләкин мин бит балыҡты ты­йыл­ған урында тотам...

***
Иғлан: “Балыҡсы өсөн ҡорамалдарҙы, кейемде осһоҙға һатам. Телефон: 5-45-31. Трубканы ир кеше алған осраҡта: “Ғәфү итегеҙ, яңылыштым”, – тип әйтеүегеҙ һорала”.
Читайте нас: