Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Июль 2020, 00:54

Колледжға – легендар шәхес исеме

Кушнаренко районының күп профилле һөнәри колледжына легендар “Ҡара генерал” һәм Гитлерҙың шәхси дошманы Даян Мурзиндың исеме бирелгән.

“Даян Баян улы беҙҙең колледжда белем алған, ул саҡтарҙа учреждение Кушнаренко педагогия училищеһы тип аталған. Уҡыу йортон тамамлағас, әҙ генә уҡытыусы булып эшләп өлгөргән, тик һуғыш башланған. Даян Баян улы бер ниндәй икеләнеүһеҙ илен яҡларға фронтҡа киткән. “Ҡара генерал”дың батырлыҡтары тураһында бөтә Европа белә. Уға был ҡушаматты ҡурҡыу белмәүе һәм хәйләкәрлеге өсөн биргәндәр. Даян Мурзин дошмандың тылында һуғышҡан, фашистар унан ҡурҡып торған. Батырлыҡтары өсөн 86 орден һәм миҙал менән наградланған, Чехословакия геройы тип танылған, ун чех һәм словак ҡалаһының, Өфөнөң почетлы гражданы исемдәренә лайыҡ булған.
Үҙенең бик танылған булыуына ҡарамаҫтан, Даян Баян улы ғүмер буйы ябай кеше булып ҡалған, Кушнаренко педагогия училищеһында үткәргән йәшлек йылдарын онотмаған, бында бер нисә тапҡыр килеп киткән.
Үҙемә лә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары булып эшләгән саҡта был легендар шәхес менән осрашып, ҡулын ҡыҫыу бәхете тейҙе”, – тип яҙҙы Руслан Ғиззәтуллин.
Быйыл, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләгән йылда, колледжға Геройҙың исеме бирелеүе символик мәғәнәгә эйә. Ул - беҙҙең илде генә түгел, ә бар Европаны фашистарҙан ҡотҡарыуҙың башында торған кешеләрҙең береһе.
“Әгәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҙур ярҙамы булмаһа, беҙҙең Кушнаренко күп профилле һөнәри колледжына шәхестең исемен биреү буйынса тырышлығыбыҙ юҡҡа сығыр ине. Республика етәксеһе һорауыбыҙға ҙур иғтибар менән ҡараны һәм ярҙам итте. Бөтә районыбыҙ халҡы исеменән уға рәхмәт әйтәм. Колледждың студент һәм уҡытыусылары ғына түгел, бөтә районыбыҙ, республикабыҙ кешеләре был мөһим ваҡиғаға шатланалыр тип ышанам”, - тип яҙҙы Руслан Ғиззәтуллин.
Читайте нас: