Йәй - йәшелсә-емеш менән генә түгел, шашлыҡ менән дә һыйлана торған күңелле ваҡыт. Тик уны бешергәндән һуң, рәшәткәләрҙе йыуыу ғына бик мәшәҡәтле. Шулай ҙа уны йыуыуҙың еңел генә ысулы бар икән.
Башта рәшәткәләрҙең һыуынғанын көтөргә. Шул арала рәшәткә һыйырлыҡ пакет әҙерләп ҡуйырға һәм уның эсенә шыйыҡ һабын йәиһә һауыт-һаба йыуыу өсөн шыйыҡса һалырға кәрәк. Пакет урынына пленка ла ҡулланырға була.
Шыйыҡсаны пакет буйлап таратырға, рәшәткәне һалғас, пакетты тотҡаһынан яҡшылап бәйләп ҡуйырға. Шулай иртәнгә тиклем ҡалдырырға була.
Әгәр рәшәткәгеҙ бик ныҡ ҡарайған һәм майлы булһа, бер-ике көн пакетта тотоғоҙ. Унан һуң пакеттан алып, һыу аҫтында губка менән йыуырға ғына ҡала. Ул тап-таҙа булып, ҡояшта йылтырап торасаҡ.
Фото:
https://go.mail.ru