Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Общие статьи
2 Августа 2020, 17:04

Август айы

Иң тәүҙә август йылдың алтынсы айы булған. 1700 йылда ул 12-се итеп күсерелә. Петр батша реформаһы булғандан һуң ғына август йәйҙең өсөнсө, йылдың һигеҙенсе айы булып һанала башлай.

Эйе, август йәйҙең һуңғы айы. Бер ҡараһаң – йәйҙе, икенсе ҡараһаң көҙҙө хәтерләтә. Ҡояш ҡыҙҙырып тора ла, ҡапыл ғына ямғыр ҡойоп яуа, ел-дауыл күтәрелеп китә. Йылға-күлдәрҙә һыуҙар һыуына башлай.
Әммә нисек кенә моңһоу булмаһын, тап августа уңыш йыя торған мәл етә. Емеш-еләк, йәшелсәнән өҫтәл һығылып торған саҡ. Кешеләр баҡсаһынан помидор, кәбеҫтә өҙөп ашай башлай. Алмалар бешә, баҫыуҙарҙа иген өлгөрә.
Август айында урман да байлыҡ килтерә. Еләк-емеш, сәтләүектәр, бәшмәктәр йыйырға мөмкин. Дарыу үләндәре лә өлгөрә. Тап ошо айҙа әҙерләнгән миндек һәйбәт һаҡлана. Август аҙағында иһә ҡоштар йылы яҡтарға осоп китергә әҙерләнә башлай. Йылға-күлдәрҙәге ҡамыш-лилиәләр, томбойоҡтар сәскә ата. Күңелде болоҡһотоп ҡайһы бер ағастар япрағын ҡоя. Иртәләр һыуығыраҡ була бара. Ҡайһы бер йылдарҙа июнь-июлгә ҡарағанда эҫерәк торһа ла, тап августа йәйге ҡояш байый.
Халыҡ һынамыштары:
- Августа имән сәтләүеккә бай булһа – уңыш мул булыр.
- Августа бәшмәк күп булһа, иген дә мул булыр.
- Августа ҡыш йәй менән көрәшер.
- Августа төшкә тиклем – йәй, төштән һуң – көҙ.
- Августтан алма еҫе килер.
- Август – бай ай: йәнең теләгәнен ал да аша.
- Август – бешерә, сентябрь өҫтәлгә ҡуя.
- Августа йыйған уңышты ҡыш ашарһың.
- Августа балыҡтар ҙа туҡ булыр.
- Августа ҡояш ҡыҙҙырыр, һыу һыуыр.
-Август уңышҡа ла, ямғырға ла бай булыр.
- Августа аяҙ булһа, көҙ бысраҡ килер.
- Августа ураҡ ҡыҙа, һыу һыуына.
- 7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.
- Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр.
Читайте нас