Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
Общие статьи
4 Августа 2020, 03:38

Путин Уралга ялға килә

Рәсәй сәйәсәтселәренең ағымдағы йылда коронавирус пандемияһы арҡаһында индерелгән сикләүҙәр фонында ялды нисек планлаштырыуҙары билдәле булды.

Дәүләт башлығы Владимир Путин тулыһынса ялға китмәйәсәк, ләкин бер нисә көнгә «мини-ял»ға Себергә, йәки Уралға барырға мөмкин. Ҡағиҙә булараҡ, бындай сәфәрҙәргә ул оборона министры Сергей Шойгу менән йөрөй.
Үҙ сиратында ағымдағы йылдың ғинуарында үҙ вазифаһына тотонған премьер-министр Михаил Мишустин, ә ул апрелдә COVID-19 менән ауырыу сәбәпле, өс аҙна дауамында дауахала булған, йәйҙең ҡалған өлөшөн эш урынында үткәрергә ниәтләй.
"Михаил Владимирович был йәйҙә ял итегә йыйынмай. Эшен дауам итәсәк", - ти уның матбуғат секретары Борис Беляков.
Фото: РИА Новости
#ВладимирПутин
Читайте нас