Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Октябрь 2020, 17:34

бер ваҡытта ла битлек ҡулланмай.

Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселәр менән осрашҡанда бер ваҡытта ла битлек ҡулланмай.

Ил башлығының пандемия шарттарында кәңәшмә, осрашыуҙар уҙғарыу талаптары, киҙеүҙән нисек һаҡланыуы тураһында Кремль журналисы Андрей Колесников һөйләй:

“Президенттың хәүефһеҙлеген һаҡлау – дәүләт сере.

Күптәрҙе ил башлығының битлек, бирсәткә ҡулланмауы һағайта. Пандемия башланғандан бирле В.В.Путин янында бер нисә хәбәрсе, фотограф һәм видео оператор эшләй. Улар бер туҡтауһыҙ тикшереү үтеп тора. Башҡа хәбәрселәр дистанцияла эшләүгә күсерелде. В.В.Путин менән осрашыуға килеүселәр дауаханала тикшереү, махсус урындарҙа карантин үткәндән һуң ғына Кремлгә индерелә,”- ти мәғлүмәт үҙәге журналисы Андрей Колесников.

#ВладимирПутин

Читайте нас в