Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Октябрь 2020, 19:02

Фаршлы йомороҡайҙар

Ҡамыр әҙерләргә яратмағандар өсөн еңел генә ҡабымлыҡ. Иҫ китмәле тәмле, туҡлыҡлы ла.

Әҙерләү өсөн 1 ләүәш, 2 йомортҡа, 300 гр фарш йәки 300 гр колбаса, 3 эре помидор, 200 гр сыр, 100 гр майонез, ярты стакан һөт, тоҙ, борос кәрәк була. Майонез һалмаһағыҙ ҙа була. Быларҙан яҡынса бер табалыҡ ҡабымлыҡ килеп сыға.
Ләүәште 2-3 см тирәһе яҫылыҡта һаламлап киҫеп сығабыҙ. Майланған табаға уларҙы урап теҙәбеҙ. Эсенә башта фарш йәки шаҡмаҡлап теленгән колбаса, туралған помидорҙар һалабыҙ. Йомортҡа, майонез, һөт, тоҙ, боросто бергә туғыйбыҙ. Был шыйыҡ массаны табалағы ләүәштең өҫтәнә ағыҙабыҙ. Артабан ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибеп сығырға ғына ҡала. Йәшел тәмләткестәр һалһағыҙ ҙа була.
Духовкала 180 градус эҫелектә 20 минутта бешеп сыға.
Читайте нас: