Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Октябрь 2020, 23:43

Ыуалып торған печенье

Ингредиенттары:250 гр. аҡ май (туң булмаһын), 0,5 стакан шәкәр ҡомо, 1/3 стакан үҫемлек майы, 4 аш ҡалағы крахмал, 3,5 стакан он, бер семтеп ванилин

Һауытҡа өй температураһындағы аҡ май, шәкәр ҡомон, үҫемлек майын һалабыҙ. Барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ. Крахмал өҫтәйбеҙ, йәнә туғыйбыҙ. Бер стакан он өҫтәйбеҙ, ҡалаҡ менән болғатабыҙ.

Өҫтәлгә 1 стакан он һалабыҙ һәм өҫтөнә ҡамырҙы ауҙарабыҙ. Йәнә ҡалған ярты стакан ондо өҫтөнә ҡоябыҙ һәм матурлап баҫабыҙ. Ҡамырҙы өскә бүләбеҙ. Һәр береһен колбаса кеүек йәйәбеҙ. Бысаҡ менән ҡырҡҡылап сығабыҙ һәм табаға һалып, 150 градус эҫелектә бешереп алабыҙ.

Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

(фото интернет селтәренән алынды)

Читайте нас: