Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2020, 13:51

Хужабикә мөйөшө

Кәбеҫтәне сентябрҙең һуңғы яртыһында йә октябрҙә һыуыҡтар төшкән йыялар (һалҡын һуҡмаған кәбеҫтә әрем тәмәйткән һымаҡ була)

Күсәнле кәбеҫтәне, ғәҙәттә, тоҙлайҙар. Ә сәскәле кәбеҫтәне салаттарға ҡушалар, маринадлайҙар.
Тоҙлау өсөн көҙгө сорттар яҡшы.
Ойошҡан сәскәләрен бүлеп, һалҡын һыуҙа йыуып, банкаларға тығыҙлап тултыралар. Өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған тоҙлоҡ ҡоялар. 10 кг йәшелсә өсөн тоҙлоҡҡа 5 литр ярым һыу, 40-50 грам тоҙ, 400 грам аш һеркәһе алына. Матурлап ябылған банкаларҙы ике аҙна бүлмәлә тотҡас ҡына, һалҡын урынға ҡуялар.
Ҡышҡылыҡҡа кәбеҫтә салаты өсөн 5 кг күсәнле кәбеҫтә (иң яҡшы сорты “Слава”), 1 кг кишер, 1 кг башлы һуған, 1 кг ҡыҙыл болгар боросо, 350 грамм шәкәр, 4 өймәләм ҡалаҡ тоҙ, 9% 0.5 литр һеркә, 0.5 литр шыйыҡ май кәрәк.
Кәбеҫтәне, һуғанды, боросто турап, кишерҙе ҡырғыстан үткәргәс, бергә ҡушып һаҡ ҡына бутарға. Ыуырға ярамай, һуты сығып бөтә. Шунан шәкәр тоҙ, аш һеркәһе, май өҫтәп, тағы ҡатнаштырып бутарға. Таҙа стерилле банкаларға тығыҙлап тултыраһың да, өс көндән генә ҡапҡасын ябырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Тәмен дә, сифатын да юғалтмай оҙаҡ һаҡлана.
Читайте нас: